Башҡорт теле көнөнә арналған конкурстар

15.12.2023

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған конкурстар иғлан иткәйне. Башҡорт теле көнөнә арналған конкурстарҙа мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәре, республика һәм Һамар өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урта махсус һөнәри белем биреү уҡыу учреждениелары уҡыусылары, уҡытыусылары,   олатай-өләсәйҙәр ҡатнашты.  Ойоштороу комитетына 200-ҙән артыҡ эш ебәрелде.

Положениеға ярашлы конкурстарҙа ҡатнашыусылар М.Пришвиндың “Терпе” хикәйәһен башҡорт теленә тәржемә итте. “Бишек йырҙары – халҡым мираҫы” конкурсы ла бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки конкурстың был төрөнә ебәрелгән эштәр бик күп ине. “Башҡорт халыҡ йырҙарын сәхнәләштереү” конкурсы беренсе тапҡыр ойошторола, шуғалыр ҙа ул конкурста ҡатнашыусыларға ауырыраҡ бирелде, был төрҙә ҡатнашыусылар әҙ булды.

100-гә яҡын эш “Мин сәнғәткә ғашиҡ уҡытыусы (тәрбиәсе)” конкурсына ебәрелде. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йырҙа, бейеүҙә, шиғырҙы тасуири уҡыуҙа һәм бер артист театры номинацияларында ярышты.

Конкурстарҙың һөҙөмтәләрен Контактта селтәрендә “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге төркөмөндә һәм  Башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы төркөмөндә күрергә була.

Конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә 21 декабрҙә  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында ойоштороласаҡ.

 

Завершились конкурсы, посвященные  Дню башкирского языка

Региональная башкирская общественная организация – Центр национальной культуры «Ак тирма» совместно с Ассамблеей народов Республики Башкортостан и Ассоциацией учителей башкирского, русского (родного) и других родных языков Республики Башкортостан в ноябре  объявила конкурс, посвященный Дню башкирского языка. Участникам предлагалось несколько видов конкурсов:

— перевод рассказа М.Пришвина «Еж» на башкирский язык

— «Колыбельные песни – духовное наследие моего народа»

— инсценировки по сюжету башкирских народных песен

— конкурс «Я учитель (воспитатель), влюбленный в искусство», который включал следующие виды вокал (исполнение башкирских народных песен), танец (башкирский народный), чтение стихотворения наизусть и театр одного актера.

В вышеназванных конкурсах приняли участие более 200 человек. Итоги подведены, они будут размещены на странице РББО ЦНК «Ак тирма» (https://vk.com/aktirmaufa)  и в группе Ассоциации учителей башкирского, русского (родного) и других родных языков РБ.

Награждение победителей конкурса состоится 21 декабря в Республиканской музыкальной гимназии имени Газиза Альмухаметова.